Главная | Обратная связь | Поможем написать вашу работу!
МегаЛекции

Ун д9ртенсе быуат т2рки-6ыпса6 дастандары. Хар1зми, Саран, :1тиб 141р81ре.

Урта быуаттарҙа Көнсығыш халыҡтарҙың байтағының әҙәби-культура тарихына характерлы булған бер үҙенсә­лек бар. Ул — ауыҙ-тел әҙәбиәте, халыҡ сәнғәте рәүешен­дәге дала культураһы менән яҙма культураның йәнәш һәм аралаш йәшәү законсалығы. Был процесс төрлө халыҡ­тарҙың айырым дәүерҙәрҙәге социаль-политик хәле һәм йәшәү шарттары менән туранан-тура бәйле. Башҡорт әҙәбиәтенең Алтын Урҙа һәм аҙағыраҡ бүтән ханлыҡтар осорондағы, ғөмүмән, урта быуаттарҙағы йы­рау һәм сәсәндәр ижады, ауыҙ-тел һүҙ сәнғәте менән бәйле ҡеүәтле тармағы ана шул дала культураһы күренеше. Ул культураның халыҡ музыкаһы, этнографияһы, биҙәү, ағас-таш һәнәре сәнғәте тармаҡтары бар.

XIII—XVI быуаттарҙа — болғар, ҡыпсаҡ, нуғай осор­ҙарында, — күсмә йәки ярым күсмә тормош кисергән баш­ҡорт ырыуҙарының, ултыраҡлы тормош менән йәшәгән ҡатламдарының ҡалалар менән бәйләнеше, яҙма культура менән күпмелер танышлығы уларҙы ҡала мәҙәниәтенә лә ылыҡтыра барған, исламдың далаға ла үтеп инеүе яҙмасылыҡты, яҙма әҙәби башланғыстарҙы көсәйткән. Бо­рон болғар дәүләте сфераһында йәшәгән, болғар ҡалалары менән аралашҡан, Биләр һ. б. ҡалаларҙа ғүмер һөргән башҡорт ырыу-ҡатламдарының ҡала сәнғәте һәм яҙма әҙә­биәтенә туранан-тура мөнәсәбәтен хасил иткән.

Татар-монгол яуҙары ваҡытында бик күп ҡалалар, культура үҙәктәре, тарихи ҡомартҡылар ҡыйратылһа ла, Алтын Урҙа дәүләте экономик, политик яҡтан яйлап ны­ғына башлағас, һарай Бәркә, һарай Бату, һуңыраҡ һа-райсыҡ кеүек яңы ҡалалар барлыҡҡа килгәс, XIV быуат­та ҡала культураһының яңынан тернәкләнеүенә, сәнғәт һәм яҙма әҙәбиәттең мәғлүм кимәлдә үҫешенә юл асыл­ған. Волга буйындағы үҙәк ҡалаларҙа ғалимдар, яҙыусы­лар йәшәгән, Алтын Урҙаның Хорезм, Әзербайжан, Ҡырым ише алыҫ төбәктәренән был ҡалаларға байтаҡ ғалимдар, әҙиптәр, һәнәр эйәләре күсеп килгән йә килтерелгән. Фән, сәнғәт, әҙәбиәт йәйләнеп киткән.

XIV—XVI быуаттарҙағы ҡәбер таш яҙыуҙарының ҡай бер өлгөләре Башҡортостан территорияһында табылыуҙа-ры ла шул заман эпиграфик ҡомартҡылар булыуы менән ҡиммәтле4. Был осорҙарҙа ҡыпсаҡтарҙың Урал буйына, Башҡортостанға күпләп миграцияһы, байтаҡ башҡорт ырыуҙарының ҡыпсаҡлашыуы, уларҙың дала сәнғәтенең таш һын, балбалдар һәм ағас статуяларының күпмелер ерләшеүен дә таныта 5.

Ҡыпсаҡ ҡомартҡыларынан атаҡлы «Кодекус кумани-кус» («Ҡоман йыйынтығы») әҫәренең, ҡыпсаҡса төрлө һүҙлектәрҙең (әрмән-ҡыпсаҡ һүҙлеге, «Тәржемәи төрки вә ғәрәби», «Китабе билөғәтел мөштаҡ фил-лөғәте-төрк вә әл-ҡыпчаҡ», «Китабе идрәк лисанел-әтрәк», русса-ҡыпсаҡса һүҙлек — «Толкование языка половецкого») башҡорт те­ленә һәм яҙма культураһына туранан-тура мөнәсәбәте бар.

Иртыштан Днепрғаса, Болғар ерҙәренән Харәзмғаса Европаның киң көнсығышы менән Азияның Себер, Каспий буйҙары территорияларын иңләп ятҡан Алтын Урҙа дәү­ләте, ҡыпсаҡ батша­лығы әлкәләрендә йәшәгән бик күп ерле халыҡтарҙың, нигеҙендә төрки ырыу-ҡәбиләләренең, уртаҡ культураһы, әҙәбиәте барлыҡҡа килә. Уны Волга, Урал буйҙарында, Хәрәзмда, Ҡырымда йәшәгән йәки шул төбәктәрҙән сыҡ­ҡан әҙиптәр, шағирҙар тыуҙыра. Иҫке төрки әҙәби телдең ерле һөйләштәге ҡыпсаҡ тел элементтары менән ҡушыл­ған ҡатнаш төрки әҙәби теле формалаша. Академик В. В. Бартольдтан алып бөгөнгө совет тел белгестәренән Ә. И. Нәжиб, Н. А. Баскаковтарға тиклем был төрки тел­де Алтын Урҙа составына ингән үзбәк, татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һ. б. төрки халыҡтарының уртаҡ әҙәби теле итеп иҫәпләйҙәр.

Шул телдә XIV быуатта Алтын Урҙаның төрлө әлкәлә­рендә Котбиҙың «Хөсрәү вә Ширин» (1342), Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамә» (1358), Хөсәм Кәтибтең «Жэмжөмә сол­тан» (1370), Сәйф Сарайҙың «Гөлстан бит төрки» (1391) кеүек атаҡлы дастандары ижад ителгән. Алтын Урҙа осо­ронда тыуған ошо дастандарҙы, бүтән төрки әҙәби ҡомарт­ҡыларҙы совет ғалимдары күп кенә төрки халыҡтарының уртаҡ әҙәби мираҫы тип ҡарайҙар, «һис шикһеҙ, был культура, был әҙәбиәт шул заманда Алтын Урҙа дәү­ләтендә йәшәгән бик күп төрлө халыҡтар, төрки ҡәбилә­ләр тырышлығы менән барлыҡҡа килгән, — тип яҙҙы Ә. Н. Нәжиб.

Ҡотби, Харәзми, Кәтиб, Сарай авторлығындағы дас­тандар Урал—Волга буйы төрки әҙәбиәтендә тыуған дастансылыҡ традицияларының йылдам үҫешен һәм яңы баҫ­ҡысҡа күтәрелешен раҫлайҙар. Уларҙа башҡорт фольклор һәм яҙма эпик традицияларының дөйөм төрки әҙәби тра­дициялары менән үрелешен дә күҙәтергә мөмкин.

ҠОТБ. «ХӨСРӘҮ ВӘ ШИРИН»

Ҡотбтың «Хөсрәү вә Ширин» поэмаһы — урта быуат­тарҙа дастансылыҡ традицияларын уңышлы дауам иткән һәм күп кенә төрки халыҡтары өсөн уртаҡ әҙәби ҡомарт­ҡы булып әүерелгән поэтик әҫәрҙәрҙең иң күләмлеһе. Ҡотб мираҫы, ғалимдар билдәләүенсә, Алтын Урҙа составына ингән халыҡтарҙан нуғай, башҡорт, үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡтарҙың әҙәбиәттәре тарихында ла күре­некле урын ала

Ҡотб псевдонимы менән йөрөгән был автор үҙ заманы­ның уҡымышлы кешеһе булған; ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрен, әҙәбиәттәрен яҡшы белгән. Ул авторҙың тормош юлы хаҡында, үҙ поэмаһындағы ҡайһы бер мәғлүмәттәр­ҙән башҡа, әллә ни билдәле түгел.

Ҡотб йәшәгән заманда Алтын Урҙа дәүләте Аҡ Урҙа (башҡалаһы^һарай) һәм Күк Урҙа (башҡалаһы Сығнаҡ) тигән көнбайыш һәм көнсығыш ҙур әлкәләрҙән торған. «Хөсрәү вә Ширин» поэмаһы Аҡ Урҙа менән идара итеүсе Тенибәк ханға һәм уның ҡатыны Мәликәгә арнап яҙылған. Тенибәктең ханлыҡ итеүе 1337—1340 йылдарға тура ки-леүенән ҡарағанда, әҫәр ошо осорҙа яҙылып тамамланған булырға тейеш 2.

«Хөсрәү вә Ширин» поэмаһының ханға бағышланған төп нөсхәһе һаҡланмаған. Уның 1383 йылда Бәркә Фә-ҡиһ тигән ҡыпсаҡ кешеһе тарафынан күсерелгән бер кү­сермәһе генә хәҙергәсә һаҡланып ҡалған. Алтын Урҙанан Египеткә барып сыҡҡан был ҡулъяҙма аҙаҡ Францияның Милли китапханаһына килеп юлыҡҡан.

1913 йылдан алып, йәғни әҫәрҙең әлеге китапханала табылыуы хаҡында фәнни матбуғатта хәбәр ителгәндән һуң, Көнсығыш әҙәбиәте менән шөғөлләнеүсе донъя ғалим­дары уның менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлайҙар. Ҡотб һәм уның мәшһүр дастаны тураһындағы тәүге фекерҙәр 20—30-сы йылдарҙа Ф. Купрелезадә, А. Самойлович, Бер-тельс мәҡәләләрендә әйтелә; 40—50 йылдарҙа А. Таһир-жанов, А. Зайончковскийҙар уға махсус хеҙмәттәр бағыш­лайҙар; һуңғы йылдарҙа был әҫәргә ҡарата үзбәк, татар, башҡорт һ. б. төрки телле халыҡтар әҙәбиәте ғилемендә ҡыҙыҡһыныу артты. Варшавала, Ташкентта дастандың баҫмалары сыҡты3.

Ҡотбтың «Хөсрәү вә Ширин»е таныш традицион сю­жетҡа ҡоролған. Көнсығышта был сюжет борондан уҡ билдәле4. 590—628 йылдарҙа Иранда шах булып торған Хөсрәү II Пәрвиз һәм уның ҡатыны Ширин хаҡында IX быуатта уҡ риүәйәттәр тыуа башлаған. Ҡотб әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы Алтын Урҙа дәүләте ерлегенә күсереп, урындағы тормош-көнкүреш шарттары фонында һүрәтләй: Дөйөм алғанда, поэманың сюжет эҙмә-эҙлеге Низами поэмаһы менән тап килһә лә, Ҡотб уның айырым урындарын үҙенән өҫтәп йәки ҡайһы бер урында­рын бер ни тиклем ҡыҫҡартып, йыйнаҡлап, үҙ заманы, үҙ ерлеге өсөн ярашлы әҫәр итергә тырышҡан. Ул үҙенең ижади маҡсатына яраҡлаштырып, әҫәрҙең структураһын да үҙгәртеңкерәй. Низами версияһындағы ҡыпсаҡ ерлеге өсөн аңлайышһыҙ, ауыр һәм оҙонға һуҙылған урындарҙы ҡыҫҡартып, ябай, ыҡсым юлдарға өйләндерә. Ә инде үтә шартлы, ҡыҫҡа итеп әйтелгән айырыуса әһәмиәтле фекер­ҙәрҙе киңәйтеп, тулыраҡ аңлатып бирә. Фарсы телендәге поэма 7000 бәйеттән (йәғни ике юллыҡтан) торһа, Ҡотб әҫәре иһә 11—11 ижекле 4700 бәйеттән ғибәрәт. Улар 90 бүлекте тәшкил итә.

Поэманың төп ҡаһарманы Хөсрәү — һомрузтигән шаһ­тың улы. Шаһ ғәҙеллек яҡлы кеше була, Хөсрәүҙе лә шулай тәрбиәләргә ынтыла. Уны күпте күргән, ҙур ғи­лемле Бозорг Өмид исемле аҡыл эйәһенә тәрбиәгә бирә. Уҡытыусыһы үҫмер Хөсрәүҙең яңылышлыҡтарына, йәшлек хаталарына бик талапсан ҡарай. Бер көндө һунарға сыҡ­ҡанда ҡылған тәртипһеҙлектәре әсән атаһы Хөсрәүҙе язаға тарттыра, уның хеҙмәтсеһенең, ҡумыҙсыһының ғәйептәрен дә буш ҡалдырмай. Хөсрәү ҡаты борсолоуҙар кисергәндән һуң ғәфү үтенә. Ошондай тәрбиә бушҡа китмәй, егет изге­лекте һәм яманлыҡты айыра белер, ғилемле кеше булып үҫә. Көндәрҙең береһендә Шавур тигән дуҫы Хөсрәүгә Ши­рин исемле иҫ киткес матур ҡыҙ менән уның Шәбдиз ти­гән һоҡланғыс аты барлығы тураһында әйтә. Был хәбәр Хөсрәүҙең күргән төшөнә лә тап килә: төшөндә уға ола­таһы Науширван, матур йәр табырһың, Шәбдиз исемле атың, һәләтле йыраусың булыр, ә үҙең тәхеткә ултырыр­һың, ти. Егеттең тыныслығы юғала, ул Шавурға Ширин-де эҙләп табырға ҡуша. Хөсрәүҙең дуҫы Нуһистан тигән илгә килеп, Ширинде таба. Ширин туғайҙа ҡыҙҙар менән күңел асып йөрөгән саҡта, Шабур Хөсрәүҙең портретын төшөрөп, уларҙың күҙенә салынырлыҡ урында ҡалдыра. Ҡыҙҙар күреп, егеттең матурлығына хайран ҡалалар. Өс көн шулай ҡабатлана. Ширин портрет аша Хөсрәүгә ға­шиҡ була. Шул саҡта инде Шавур үҙе күренә. Ширинде Шәбдизгә атланырға ла Хөсрәү янына барырға өгөтләй. Нуһистанда батшалыҡ иткән Мөһин Баныу исемле апаһы­нан һунарға сығырға рөхсәт һораған булып, Ширин юлға сыға. Тәүлектәр буйы барғандан һуң, йыуынырға туҡта­ған мәлдә, ул һыу буйында алыҫтан ғына Хөсрәүҙе күрә. Егеттең, Ширинде эҙләп, Нуһистанға йүнәлгән сағы икән. Ләкин улар бер-береһен танымайҙар. Хөсрәү үҙе булма­ғас, уның тыуған яғында — Мадаин исемле ҡалала — Ширинде һалҡын ҡабул итәләр. Тауҙар араһындағы бер урынға һарай һалдырып, шунда урынлаштыралар. Хөсрәү иһә Шириндең тыуған яғына килә. Шавур уға хәлде һөй­ләп бирә лә, шаһзаданың ҡушыуы буйынса, үҙе Мадаин-ға кире ҡайтып, Ширинде ҡабат тыуған яғына ебәрә. Ләкин ҡыҙға Хөсрәү менән был юлы ла осрашырға насип булмай: тап ошо ваҡытта шаһзадә атаһының үлгәнен ише­тә һәм үҙенең һарайына ҡайтып, тәхеткә ултыра. Атаһы кеүек үк ғәҙеллек менән идара итеп ятҡан ваҡытта, уға дошмандары ялған бәлә тағып, фетнә менән тәхеттән бә­реп төшөргәс кенә, ул ҡабат Нуһистанға килеп, Ширинде күреү бәхетенә ирешә. Бер-береһен яратышалар. Тик Ши­риндең үтә намыҫлылығы һәм үҙен тыйнаҡ тотоуы Хөс­рәүгә оҡшап етмәй. Ярһыған мәлдәренең береһендә ул Шәбдизға атланып, Рум иленең батшаһы Кәйсәр янына сабып килә. Уның Мәрйәм исемле ҡыҙына әйләнә; өҫтәүе­нә батшанан ғәскәр һорап, үҙ иленә ҡайта һәм юғалған тәхетен яулап ала. Шулай ҙа Хөсрәү яҙмышынан ҡәнәғәт түгел. Ширинде һағына. Ширин дә был ваҡытта үлеп кит­кән апаһы Мөһин Байыуҙың урынына тәхеткә ултыра.

Уның ғәҙел идара итеүенән халыҡ бик ҡәнәғәт булһа ла, ҡыҙҙың ғазаплы күңелен тәхет кенә ҡыҙыҡһындыра ал­май. Бер йылдан һуң, Хөсрәүҙе күреү өмөтө менән уның тыуған яғына барып, үҙенең тауҙарҙағы әлеге һарайына туҡтай. Был ер мал-тыуар йөрөй торған болонлоҡтан бик алыҫ була, ә Ширин һәр ваҡыт һөт менән туҡланырға ярата. Уның һарайына һөт ағыҙыр өсөн канал яһап бир­гән Фәрхәд исемле баһадир кәүҙәле ташсы егет ҡыҙға үлеп ғашиҡ була. Фәрхәдтең ҡайнар һөйөүе хаҡында һүҙ тирә-яҡҡа тарала. Ул хәбәр Хөсрәүгә лә килеп ишетелә. Хөсрәү ташсы егетте үҙенең янына саҡыртып, Шириндән баш тартһын өсөн күп байлыҡ вәғәҙә итә, әммә Фәрхәд уларға әйләнеп тә ҡарамай. Хөсрәү менән Фәрхәдтең һө­йөү хаҡында алып барған диалогы — поэманың иң көслө урындарының береһе. Фәрхәдтең Ширингә булған мөхәббәте Хөсрәүҙе таңға ҡалдыра. Уның рухы көсөнән ҡурҡып, Хөсрәү был егеттән ҡотолоу яғын ҡарай. Ул әҙәм көсө етмәҫлек шарт ҡуя: Бисутун тигән ҡаялы тауҙы ярып, юл һалырға ҡуша һәм был эш үтәлгән хәлдә үҙе Шириндән баш тартырға вәғәҙә итә — сөнки уны Фәрхәд башҡарып сыға алмаясаҡ, йәне сығып үләсәк, тип өмөтләнә. Фәрхәдтең эшен ҡарарға ти­рә-яҡтан йыйылған кешеләр менән Ширин дә килә. Быны ишетеп, Хөсрәү ҡурҡыуға төшә. Етмәһә, Фәрхәд үҙ эше­нең осона сығырға яҡынлаша. Уға «Ширин үлде» тигән ялған хәбәр еткертеп, Хөсрәү ҙур мәкерлек эшләй: Фәрхәд был хәбәргә ышана һәм, һағышын күтәрә алмай, үҙен-үҙе үлтерә. Шаһҡа Ширин менән ҡушылыуға тулы шарттар асыла. Ул Шириндең «Бөтә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тулыһынса һаҡлап өйләнешергә», — тигән тәҡдименә асыуланып, ҡы­ҙыулыҡ менән тағы ла хата яһай — йәнә бер ҡыҙға өй­ләнә. Ә үҙенең күңеле һаман Ширинде юҡһына. Хөсрәү тауҙарҙағы һарай янына килә, тик Ширин уны индермәй. Ҡөсрәү киткәс, ҡыҙ үҙе лә ғазаплана. Ахырҙа, түҙеме бө­төп, шаһтың һунарҙағы сатыры янына килеп, Шавур һәм ике ҡумыҙсы ярҙамында Хөсрәү менән осраша. Ниһәйәт, бер нисә көндән ике ғашиҡ өйләнешеп, донъя көтә баш­лай. Хөсрәүҙең ғәҙел батшалыҡ итеүендә Шириндең роле ғәйәт ҙур була. Ләкин уларҙың оло ғазаптар һәм хаталар аша яулап алған бәхетенә Хөсрәүҙең Мәрйәмдән тыуған Шеруя исемле улы сик ҡуя. Атаһының Ширин менән ҡала ситенә китеп йәшәп тороуынан файҙаланып, ул тәхетте ҡулына эләктерә һәм Хөсрәүҙе бығауларға ҡуша. Аҙаҡ уны үлтерттерә. Атаһынан ҡотолғас, Шеруя Ширинде үҙе­нә кейәүгә сығырға димләй башлай. Ширин риза булған ҡиәфәт менән Хөсрәүҙе хөрмәтләп ерләргә әҙерләттерә лә аҙаҡҡы мәлдә, үҙенең күкрәгенә хәнйәр ҡаҙап, мәңгелек һөйгәненең кәүҙәһе алдында йән бирә.

Әҫәрҙә Низами менән туранан-тура килешкән урындар үҙгәрешһеҙ ҡалған, ә бәхәсле мәсьәләләр, үҙ ерлегенә һәм заманына яраҡлы яңы уй-фекерҙәр, проблемалар үҙенсә бирелгән. Бының өсөн автор Алтын Урҙа дәүләтенә хас әхләки талаптарға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, көнкүреш мәсьәләлә­ренә, төрки халыҡтарының тормошон сағылдырыусы де­талдәргә мөрәжәғәт итә. Уларҙың күбеһе урта быуаттар­ҙағы башҡорттар тормошо өсөн дә уртаҡ. Ҡотб үҙ геройы­ның төрки сығышлы икәнен ике-өс урында әйтеп китә. Юғары даирәләрҙең титулдары Урал—Волга буйы ерле­генә яҡын исемдәр менән алмаштырылған баһадирҙәр, бәк­тәр, байҙар һ. б. Тәхет һарайҙары урынына йыш ҡына күсмә төрки халыҡтар торлағы — тирмәләр, сатырҙар ҡул­лана. Аш-һыу мәжлесе, һауыт-һаба, ашамлыҡ исемдәре, персонаждарҙың кейем-һалымы тотошлай урындағыға яраҡлаштырылған. Кавказ аръяғында йәшәгән ҡырағай ҡоштар һәм кейектәр (арыҫландар, ҡапландар, шакалдар), йорт хайуандары урынына Урта Азия, Волга буйы, Урал йәнлектәре (бүре, төлкө, ҡуян, аҡҡош, өйрәк, ҡаҙ, бөркөт һ. б.) осрай. Ҡотб дастанының персонаждары кейек ау­ларға һунар ҡоштары менән сыға. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, «Хөсрәү вә Ширин»дәге ҡатын-ҡыҙҙар ке­үек үк, һыбай бик оҫта йөрөгәндәр, йыш ҡына ирҙәр ме­нән һунарға барғандар, бәйгеләрҙә сапҡандар, улар ме­нән ярышып, алдынғылыҡты яулағандар. Әҫәрҙәге мал ме­нән урындан-урынға күсенеү, мәйет күмеү һ. б. эштәргә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡағылышлы деталдәр ҙә бөтә төрки ха­лыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, уртаҡ тормош-көнкүрешенсә, ғөрөф-ғәҙәтенсә.

Дастандың фарсы версияһында ҡуҙғатылған төп проб­лемалар менән Ҡотб, нигеҙҙә, килешә һәм уларҙы үҙ йө­рәге аша үткәреп, яңынан күтәрә. Әҫәрҙең үҙәгендә — мө­хәббәт темаһы. Ошо мәңгелек тема тирәһенә бүтән проб­лемалар берләштерелгән. Кешелеклелек, тоғролоҡ, намыҫ­лылыҡ мәсьәләләре, хеҙмәтте һәм һөнәрлелекте маҡтау, хакимдарҙы ғәҙел идара итергә саҡырыу һәм авторҙың тағы ла байтаҡ әхләҡи һәм фәлсәфәүи ҡараштары, гума­нистик принциптары ошо мөхәббәт фонында асып һалына.

Әҫәрҙең башы — арнау өлөшө үк Ҡотбтың кешелекле­лек, шәфҡәтлелек принциптары бер баҫҡысҡа юғарыраҡ булырға тейешлеген вәғәз итә.

Поэманы ул Тенибәк хандың үҙенә генә түгел, уның ҡа­тынына ла адреслай. Ҡатын-ҡыҙҙы шулай хөрмәтләп, ир­ҙәргә тиң күреп ҡарау әҫәрҙең башынан аҙағына тиклем ҡыҙыл еп булып һуҙылып үтә:

Ҡотб ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ғөмүмән кешенең ке­шелек дәрәжәһе тураһында һүҙ алып бара. Бер-беренә из­гелекле мөнәсәбәттә булырға, яҡындарыңды, ата-әсәңде хөрмәт итергә саҡырғанда, эскегә һәм енси тотанаҡһыҙ-лыҡҡа ҡаршы сығырға өндәгәндә лә, Ҡотб беренсе сират­та шул кешелеклелек сифаттарының сафлығы яғында то­роп сығыш яһай.

Әхләҡ мәсьәләләре хаҡында һүҙ йөрөткәндә, автор айы­рым персонаждарҙы ғына түгел, тотош йәмғиәтте күҙ уңында тотоп, халыҡтың дөйөм мәғрифәтен, уның намы­ҫын уйлап эш итә. Ул намыҫлы эште, белемгә ынтылышты, кешелелекте ни тиклем хуплаһа, эскелек, мәкерлек, яман­лыҡ кеүек күренештәрҙе шунса хурлай, кире ҡаға.

 

. «МӨХӘББӘТНАМӘ»

Был поэма 1353 йылда Харәзми ҡушаматлы автор та­рафынан Сырдаръя йылғаһы буйында яҙылған. Авторҙың тыуған һәм үлгән йылдары билдәле түгел. Уның биогра­фияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе фәҡәт үҙенең әҫәре­нән генә табырға мөмкин. Әҫәрҙең аҙағындараҡ «Ҡитға» тип исемләнгән бәйеттәрҙә Харәзми үҙенең йәшәү рәүеше, ижади принциптары тураһында асыҡ һәм аңлайышлы итеп әйтеп бирә. Ул ҡомһоҙлоҡто, ике йөҙлөлөктө яратмай, ижад рухын алтын һарайҙар ҡиммәтенән, солтандар бөйөклөгө­нән өҫтөн ҡуя. Хандарҙы данлау иҫәбенә байлыҡ тупларға дәғүә итмәй, киреһенсә, үҙен әҙ менән ҡәнәғәтләнеүселәр донъяһының батшаһы тип һанай, хаҡимдар алдында ғо­рурлығын юғалтмай:

Нечә хәшәмәтли солтан болса болсун, Етман мал үчүн мәдхо сәна мин '.


 

Әҫәрҙең «Хикәйәт» өлөшөндә ^автор үҙенең сәйәхәт ҡылып, Яҡын Көнсығыш илдәренә барып сығыуы һәм гиҙеүҙән ҡәнәғәтлек алыуы тураһында яҙа. Аҡ Урҙала Сырдаръя буйында Мөхәммәтхужа тигән бәк менән та­ныша һәм уға арнап дастан яҙырға була.;

Харәзми уҡымышлылығы яғынан Ҡотбтан бер ҙә ҡа­лышмаған, шиғри әҫәрҙәрҙе үҙе камил белгән ике телдә — төркиҙә һәм фарсыла ижад иткән. Уның исеме үҙ дәүерен­дә тирә-яҡҡа билдәле булған. Шул уҡ дастандан күрене­үенсә, Мөхәммәтхужа бәк Харәзмиҙе, «Мөхәббәт нәрдины ғ:үпләрдин уттуң, Шәкәр тик тел белә ғәләмне тоттоң», тип баһалай һәм «безнең тел берлә» — йәғни, төрки теле ме­нән—үҙенә арнап китап яҙыуын үтенә.

Мөхәммәтхужа — тарихи шәхес. Ул 1342—1357 йылдар­ҙа Алтын Урҙала хан булып торған Иәнебәктең яҡын ҡәр­ҙәше; үҙе 30-сы йылдарҙа Азовта әмир булған1; ә 1357— 1359 йылдарҙа, Е. Бертельс яҙыуынса, Мәскәүгә кенәз Иванға илсе булып килгән2. Мөхәммәтхужа Харәзм әлкә­һендә идаралыҡ та иткән3. Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамәһе» ошо кешегә бағышланған.

Мөхәббәтнамә» йөкмәткеһе менән XIV быуат төрки дастандарынан бер аҙ айырылыбыраҡ тора; ул эпик сю­жетҡа түгел, ә ^авторҙың күңел кисерештәренә ҡоролған, Харәзми үҙ әҫәренең структураһын алдан уҡ күҙ алдына килтереп ғәжәп оҫта композиция төҙөгән. Дастандың ба­шында уҡ уҡыусы менән үҙ планын уртаҡлаша — «Мөхәб-бәтнамә»нең 10 хаттан торасағын, 2 хатты фарсы телендә яҙасағын, ләкин иң алда Мөхәммәтхужа бәкте маҡтап, шунан ғына хаттарға тотонасағын әйтеп бирә.,Әҫәр бүтән дастандарға хас булғанса традицион инеш —"аллаға, пәй­ғәмбәргә һәм оло шәхескә арнау һүҙҙәре менән асыла. Унан төп өлөш — ун поэтик хат бүлектәре китә, улар ғә­зәл һәм мәснәүиҙәр менән аралаша. Аҙағы ҡитға һәм хи­кәйә менән тамамлана^.

Лирик йөкмәткеле был поэмала лирик герой, автор образы үҙәктә тора. Әҫәрҙе ижад итеү тарихы хаҡындағы тәүге биттәрҙән иң һуңғы бәйеткә тиклем авторҙың ҡара­шы, уй-фекерҙәре, темпераменты, холҡо — ғөмүмән, бөтә булмышы асыҡ сағыла. Хатта әҫәрҙә баштан-аяҡ бер генә төп герой — автор үҙе йәки ир-егет образы йәшәй кеүек. Кем был? Автор үҙеме, әллә, хәҙерге термин менән әйт­кәндә, «лирик герой»мы, әллә шуларҙың берлектәге обра­зымы? һүҙ юҡ, автор шәхесе әҫәр туҡымаһына ныҡ һеңгән. Ғөмүмән, боронғо һәм урта быуаттарҙағы Көнсығыш дас­тандарында авторҙар алғы планда йөрөй. Авторҙар үҙ тор­мошо хаҡында айырым мәғлүмәттәр ҙә биреп киткеләй. Иыш ҡына, улар хаҡында бүтән сығанаҡтар булмау сә­бәпле, үҙ әҫәрҙәрендәге был мәғлүмәттәр биографияларын төҙөгәндә сығанаҡ рәүешендә файҙаланыла. Фирдәүси, Ни­зами, Ҡотб, Навоиҙарҙың тормошо хаҡындағы һаран мәғ­лүмәттәр ҙә уларҙың үҙ әҫәрҙәренән килә.

 

КӘТИБ. «ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН»

XIV быуат төрки-ҡыпсаҡ дастандарынан Урал һәм Волга буйы халыҡтары араһында сағыштырмаса киңерәк таралғаны — «Жөмжөмә солтан» (1369). Уның авторы һәм яҙылыу датаһы тураһында әҫәрҙең аҙағында шундай юл­дар бар:

Ким тарихи йити йүз йитмыш иди, Ким Хөсам Кятиб муны бөтмөш иди2.

 

Хөсәм Кәтибтең үҙе хаҡында әйтеп ҡалдырған мәғлү­мәте — ни бары ошо бер генә бәйет. Осорҙоң бүтән дастан-дарындағы колофондар, күреп үтеүебеҙсә, күләм яғынан саҡ ҡына булһа ла ҙурыраҡ, ентеклерәк бирелгән. Уларҙа, өҫтәүенә, автор исеме һәм уның персонаждарға, хәл-ваҡи­ғаларға мөнәсәбәте әҫәрҙең төрлө урындарында ҡабат-ҡабат иҫкә алына. «Жөмжөмә солтан»да бындай урын­дар бөтөнләй юҡ. Поэманың инеш өлөшөндә Хөсам Кәтиб байтаҡ реаль шәхестәрҙең исемдәрен (Ануширван, Сың­ғыҙ хан, Искәндәр-Зөлҡәрнәй һ. б.), әҙәби әҫәрҙәрҙең ге­ройҙарын (Хөсрәү, Ширин, Рөстәм һ. б.) телгә ала. Күре­неп тора, автор тарихты яҡшы белгән, Көнсығыш Классик поэзияһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған. Шунда уҡ фани донъя, йәшәү һәм үлем тураһында киң фәлсәфә йөрөтөп, ҙур һығымталар яһай — тимәк, ул ир уртаһы йәшендәге тәжрибәле, фекерләүгә әүәҫ кеше булған. Дастан ҙур хис менән төҙөк, музыкаль тонда яҙылған — бәхәс юҡ, за­манының шиғриәт ҡанундарын яҡшы үҙләштергән талант­лы әҙиптәре рәтендә торған. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙен йөкмәткеһенән авторҙың ҡаршылыҡлы натураһын да шәй­ләргә була. Төрки-ҡыпсаҡ ҡомартҡылары араһында Хөсәм Кәтибтең бүтән әҫәрҙәре күренмәй. Уның тыуған, үлгән йылдары ла билдәле түгел.Беҙҙең көндәргә килеп еткән күсермәләр һанына ҡара­ғанда, әҫәр халыҡ араһында ярайһы уҡ билдәле булған. Ленинград һәм Ҡазан ҡалаларының ғилми архивтарында һәм китапханаларында уның дүрт күсермәһе һаҡлана. СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан ойошторол­ған экспедициялар ваҡытында 1977 йылда Башҡортостан­дың Әбйәлил районы Ишбулды ауылында 'йәм 1980 йылда Туймазы районының Етегән ауылында дастандың яңы кү­сермәләре табылды Хәтип Ғосман яҙыуынса, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ телендәге ҡулъяҙмалар ҙа осрай. Быларҙың ба­рыһының да ҡағыҙға теркәлеү дәүере — XVIII—XIX бы­уаттар.

Ғайса пәйғәмбәр мосафирлыҡ ҡылып, сәхрәлә йөрөп, бер һыуҙың ярына барып сыға һәм унда таш янында әҙәм башы ятҡанын күреп ҡала. Ғазраилға мөрәжәғәт итеп, уны телгә килтерергә бойора. Теләге бойомға ашҡас, әҙәм башынан уның тере сағында кем булыуын, нисек йәшәүен һораша. Баш бөтәһен дә ентекләп һөйләп бирә.

Жөмжөмә солтан иде атым мәним, Ғәләмә чыҡмыш иди дадим мәним, —

тип, тәүҙән үк үҙенең ғәҙеллегенә баҫым яһап башлап ебәрә лә үҙе йәшәгән ғәжәйеп ҙур ҡалаһын тасуирлай. Унан һуң «һәр береһе тотоп арыҫлан менәрҙәй» ҡырҡ мең вәзире, төрлө вазифа башҡарған унар мең ҡолдары, ай-көндән артыҡ ун мең ҡатыны, һәр береһе хур ҡыҙына оҡ­шаш ун мең ҡырнағы (ҡол ҡыҙҙары) булғанын һөйләй. Жөмжөмә солтан тере саҡта ете мең музыкант тотҡан. Шулар араһынан башҡорттарҙың милли музыка ҡоралда­рында — ҡурайҙа һәм ҡубыҙҙа меңәр кеше уйнаған. Жөм-жөмәнең ғәскәре «һәр беренә меңәр кеше түҙмәҫ» меңәр кешенән торған. Мал-тыуары, ләғел, яҡут-ынйылары, бү­тән төрлө ниғмәттәре иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған. Байлыҡ мөл­кәтен бөртөкләп һанап биргәс, шуларға йәнәшәлек рәүе­шендә Жөмжөмә солтан үҙенең ҡайһы бер шәхси һыҙатта­рын асып һала. Төрлө фәндәрҙән тәрән белемгә эйә бул­ған ғалимлығын, кешеләргә кеселеклелеген, тыйнаҡлығын, тәбиғәттән бирелгән матурлығын, бәхет эйәһе икәнлеген теҙеп сыға ла тағы бер мөһим һыҙатын киңерәк итеп әйтеп бирә:

Йәнә бар иди мәним хуш ғәдәтем, (Ул сәбәб чыҡмыш иди изгү атым)

Кем килүр әйди йомыш: ҡайда әсир Булсә, мискин йә ғәриб йахуд фәҡир, Көн дә миң килсә иди дәрвиш, йәтим, Алмайынча китмәҫ ирди туп, атым....Кичә көндөҙ гәдел-дадирди эшим, Барча ғаләмнәр ирди су-ашым.

Жөмжөмә «бер көн тәхетендә хуш ултырып», ҡатында­рын, ҡырнаҡтарын йыйып, мәжлес ҡороп, күңел асҡан мәлдә, уның янына бер фәҡир килә һәм ҡабул итеүен һо­рай. Үҙе эше менән мәшғүл булып, күҙенә ғәләм күренмәҫ был мәлдә солтан уның менән һөйләшергә ваҡыт тап­май. Фәҡиргә ҡаты бәрелеп, күңелен ҡыйып, ишек төбөнән кире бороп ебәрәләр. Шунан һуң күп тә үтмәй, Жөмжөмә мунса төшә. Бер тас һыу менән ҡойонғандан һуң, «ба­шына бер ғиллә сығып», хәле ҡапыл ауырайып, аяҡтан йығыла. Төрлө дарыуҙар биреп ҡараһалар ҙа, ярҙам ит­мәй. Ғазраил килеп йәнен алып китә. Күпмелер ваҡыттан һуң күҙен асһа, тәне тупраҡ янында була. Эргәһенә фә­рештәләр килеп, ҡылған эштәрен яҙа. Аҙаҡ ике һүрәт уны тамуҡҡа илтә. Баш үҙенең унда ниҙәр күреүен һөйләй. Ете тамуҡтың һәр береһен тасуирлап сыға. «Йәһәннәм» тип аталған етенсе тамуҡҡа эләккәндәр язаның иң ҡатыһына дусар ителә. Быныһында Жөмжөмә кемдәрҙең нисек яза-ланыуын ғәжәпкә ҡалып күҙәтә. Шуларҙың бер төркөмө — яҡты донъяла саҡта солтан булған дүрт кеше — менән бергә Жөмжөмәнең үҙен дә язалайҙар. Күпмелер интек­тергәс, уның тере саҡта ҡылған яҡшылыҡтарын иҫәпкә алып, михнәт эсенән сығарырға, тигән хитап килә:

Баҡмаң аның көфринә вә тәһлинә, Ким кәрәмлү ирди ул үз әһлинә, һәм баһар ирди фәҡир лә гидайны, Тиң тутар ирди ярлыны вә байны.

Шунан һуң башты күтәреп сығарып, был донъяға кил­тереп һалалар. Ошо урында әлеге таш янында ул етмеш йыл ята. Ғайса унан: «Ниндәй үтенесең бар?» тип һорай. Жөмжөмә яңынан терелтеүен үтенә. Пәйғәмбәр доға ҡы­лып, солтандың теләген үтәй ҙә үҙе <

Поделиться:





Воспользуйтесь поиском по сайту:



©2015 - 2024 megalektsii.ru Все авторские права принадлежат авторам лекционных материалов. Обратная связь с нами...